+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 13:10

Үҫеп килгән быуынды хәстәрләй

Президент Владимир Путин илдең төп документында үҫеп килгән йәш быуынды хәстәрләү - дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше, тигән положение индереү хаҡында тәҡдим индерҙе. Был хаҡта ул балалар омбудсмены Анна Кузнецова һәм ишле ғаиләләр менән осрашыуы ваҡытында белдерҙе.

Дәүләт башлығы Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса кешеләрҙең фекерҙәре араһында ла ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм яҡлауға бәйле тәҡдимдәрҙең күп булыуын билдәләне.
Президенттың ошо тәҡдимен төбәктәрҙә лә хуплап сыҡтылар. Ғафури районының Красноусол ҡасабаһындағы башҡорт гимназияһы-интернаты етәксеһе, өс бала әсәһе Гөлсөм Монасипова ла быға ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе:
-Был тәҡдим мине ҡыуандырҙы. Сөнки үҫеп килеүсе быуын хаҡында даими хәстәрлек күреләсәк, бихисап программалар ҡабул ителәсәк, тип уйлайым. Тарихта ”юғалған быуын” тигән төшөнсә бар. Киләсәктә быуындар юғалмаһын, ошондай матур үҙгәрештәрҙе илебеҙҙең төп законында нығытыу өсөн мин 1 июль мотлаҡ рәүештә тауыш бирергә барасаҡмын.

Фото Башинформдан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: