+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 18:41

Дауаханаларҙа – меңгә яҡын ауырыу

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, әле дауаханаларҙа коронавирус менән сирләүсе 971 кеше ята.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, әле дауаханаларҙа коронавирус менән сирләүсе 971 кеше ята. 60-ының хәле ауыр, шуларҙың 17-һе яһалма һулыш аппараты ярҙамында йәшәү өсөн көрәшә.
1 228 сырхау COVID-19-ға ҡаршы дауаны амбулатор шарттарҙа ала.
Республикала был сирҙән һауығыусылар барлығы - 1 192, һуңғы тәүлектә 54 кеше дауахананан сыҡҡан.
2 июнгә ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 3 409. Тәүлек эсендә тағы ла 72 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Коронавирустан донъя ҡуйыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18, аҙаҡҡы тәүлектә вафат булыусылар юҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: