+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 19:45

Әбйәлилдең йәш таланттарына бүләк

Ошо көндәрҙә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Асҡар балалар сәнғәт мәктәбендә булған. Ул мәктәп менән танышҡан, экскурсия мәлендә яңы алынған техник йыһаз менән дә танышҡан.

Ошо көндәрҙә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Асҡар балалар сәнғәт мәктәбендә булған. Ул мәктәп менән танышҡан, экскурсия мәлендә яңы алынған техник йыһаз менән дә танышҡан.
Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе материаль-техник базаһын яңыртҡан. Был Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.
Сәнғәт мәктәбе өсөн компьютер, ноутбук, музыка ҡорамалдары һәм уҡыу әсбаптары алынған. Был мәктәпкә белем биреү кимәлен арттырырға, уҡытыуҙа яңы алымдар ҡулланырға ярҙам итәсәк. Сәнғәт мәктәбендә 474 бала шөғөлләнә.
– “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә беҙгә концерт залына проекторлы экран ҡуйырға мөмкинлек тыуҙы. Мультимедиялы проекторҙы ҡулланыу дәрестәрҙе ҡыҙығыраҡ, мобиль үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Инде айырым энциклопедиялар, репродукциялар, аудиомәғлүмәттәр әҙерләп ултыраһы юҡ, барыһы ла презентацияла йә фильмда бар. Интерактив таҡта ярҙамында уҡытыусылар белем биреүҙә тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә ирешер, – ти мәктәп директоры Гүзәл Ниязғолова.
Музыка ҡорамалдары, акустик система, художество класында мольберттар июндә ҡороласаҡ. Ә декабрҙә мәктәп баяндар, думбыралар аласаҡ.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: