+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 19:15

Баймаҡта – ике ФАП

Баймаҡ районының Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында фельдшер-акушер пункттары төҙөлөшө тамамланыуға бара.

Баймаҡ районының Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында фельдшер-акушер пункттары төҙөлөшө тамамланыуға бара.
Был ФАП-тар өсөн аҡса республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә бүленгән. Һәр объект 3,27 миллион һумға төшкән.
Әле подрядсы “Апрель төркөмө”(“Группа Апрель”) компанияһы биҙәү эштәрен атҡара. Һыу үткәреү, объекттарҙы ирнженер һәм газ селтәрҙәренә тоташтырыу кеүек мәшәҡәттәр ҡалған.
Иҫке ФАП биналары ике ауылда ла туҙған. Улар үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән булған, утын яғып йылытылған. Яңы проект буйынса төҙөлгән фельдшер-акушер пункттарында барлыҡ заманса уңайлыҡтар ҙа ҡаралған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: