0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 13:02

Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө һәр кем өсөн мөһим

Хәбәр итеүебеҙсә, Президент Владимир Путин үҙенең указы менән Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙәр көнөн 1 июлгә тәғәйенләне. Уның буйынса белгестәр араһында фекер алышыуҙар дауам итә.

Башҡортостанда ла ошо сәйәси ваҡиғаға ҡарата күптәр үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәр араһында, дәүләт сәйәсәте өсөн балаларҙың өҫтөнлөклө булыуын, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға иғтибарҙың артыуын һәм был үҙгәрештәрҙең социаль йүнәлешен билдәләп үтте.
- Шуны әйтергә теләйем: төп законға үҙгәрештәрҙе беҙ, депутаттар, ҡабул иттек. Уны Федерация Советында хупланыҡ, бөтә процедураларҙы үттек. Ләкин Президенттың ҡарары: тәү нәүбәттә кешеләр үҙ фекерен әйтергә тейеш. Ил халҡынының аныҡ тәҡдимдәре, уй-фекерҙәре мөһим роль уйнай. Шуға күрә 1 июль һәр кем килеп үҙ тауышын бирергә тейештер тип уйлайым.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: