0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 00:32

Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө 1 июлгә тәғәйенләнде

Президент Владимир Путин Конституция буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнөн 1 июлдә үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Президент Владимир Путин Конституция буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнөн 1 июлдә үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Дәүләт башлығы тауыш биреү көнөндә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова һәм Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфиловаға хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеүгә етди иғтибар бүлеү кәрәклеген белдерҙе. Президент шулай уҡ төбәк башлыҡтарына мөһим был сараны кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен хәстәрләү мөмкинлегенән сығып ойоштороуҙо йөкмәтте.
Владимир Путин, ябай кешеләргә мөрәжәғәт итеп, барыһын да тауыш биреүҙәрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Сөнки һүҙ илдең төп документы, социаль мөнәсәбәттәр өлкәһендә кешеләрҙең хоҡуҡи гаранты, халыҡ-ара партнерҙар менән эшлекле бәйләнештәр принцибын булдырыу хаҡында бара.
Дәүләт башлығы әйтеүенсә, 1 июль - тауыш биреүҙәр көнөн үткәреү өсөн юридик йәһәттән дә, санитар талаптар буйынса ла иң ҡулай осор.
Алда 30 тәүлек бар.Тауыш биреүселәрҙең дә Конституцияға индерелгән үҙгәрештәрҙе тағы бер барлап сығырға ваҡыты буласаҡ, тигән Владимир Путин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: