+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 15:26

Ҡатнашығыҙ, һорауҙар бирегеҙ!

Бөгөн, 2 июндә, 14. 00 сәғәттә “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Гражданлыҡ университеты” онлайн-лекторийының коронавирусты профилактикалау буйынса сираттағы эфиры үтә. Лекция темаһы – “2020 уҡыу йылы аҙағы – өйҙә, Рәсәйҙә ял итеү ваҡыты”.

Бөгөн, 2 июндә, 14.00 сәғәттә “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Гражданлыҡ университеты” онлайн-лекторийының коронавирусты профилактикалау буйынса сираттағы эфиры үтә. Лекция темаһы – “2020 уҡыу йылы аҙағы – өйҙә, Рәсәйҙә ял итеү ваҡыты”.
Уҡыу йылы тамамланыуы, БДИ тапшырыу, быйыл уҡыу йорттарына инеү кампанияһы хаҡында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләйәсәк. Республиканың Туриндустрия ассоциацияһы рәйесе Комил Сиразетдинов пандемия шарттарында йәйге ялды ойоштороу тураһында һүҙ алып барасаҡ. Башҡортостан һаулыҡ министрлығының баш штаттан тыш реабилитологы Әнүир Сәләхов коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ҡатнашҡан табиптарҙың ялын һәм уларҙы дауалауҙы ойоштороу хаҡында бәйән итәсәк.
Осрашыу модераторҙары – “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм коронавирус пандемияһына бәйле күрелгән саралар тураһында халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева. Видеомәктәпкә теләүсе һәр кем ҡушыла ала – трансляция партияның төбәк бүлексәһенең Ютуб-каналында була. Шунда уҡ үткән лекцияларҙы ҡарарға мөмкин. Трансляция түбәндәге һылтанма аша бара: https://www.youtube.com/watch?v=9RtOzhGY2EI&feature=youtu.be.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: