+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 19:01

Вирустың һаман да китергә уйы юҡ

Коронавирус һаман да китергә йыйынмай: Башҡортостанда һуңғы тәүлектә ул 77 кешелә асыҡланған. 1 июнгә ҡарата республикала COVID-19 вирусын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 3337-гә етте.

Коронавирус һаман да китергә йыйынмай: Башҡортостанда һуңғы тәүлектә ул 77 кешелә асыҡланған. 1 июнгә ҡарата республикала COVID-19 вирусын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 3337-гә етте.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, сирләүселәрҙең иң күбе – 50 йәшкә тиклемгеләр, өстән бер өлөшө – 50 йәштән 60 йәшкә ҡәҙәргеләр, 22 проценты – 60-ты үткәндәр.
Дауаханаларҙа әле 958 ауырыу ята. Ауыр хәлдәгеләр – 36, шуларҙың туғыҙы – яһалма һулыш аппаратында.
Сирҙе еңел кисереүсе 1223 сырхау кәрәкле дауаны амбулатор шарттарҙа ала. 600 кеше обсервацияла.
Коронавирус инфекцияһын еңеүселәр барлығы – 1138.
Республикала COVID-19 ҡорбандарының дөйөм һаны элеккесә ҡала – 18.
Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда йәмғеһе 247 826 анализ яһалған, 235 651 кеше тикшерелгән. Тәүлек эсендә 4748 анализ уҙғарылған, 4629 кеше тикшереү үткән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: