+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 22:15

Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә автосәйәхәт

29 майҙа Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан Изварин сик пунктына (Луганск халыҡ республикаһы) старт алған автосәйәхәт дауам итә.

29 майҙа Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан Изварин сик пунктына (Луганск халыҡ республикаһы) старт алған автосәйәхәт дауам итә.
Был сара 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған. Маҡсаты – дивизия байраҡтарының күсермәләрен, Луганск өлкәһендәге мемориалға индереү өсөн ошо ерҙә һәләк булған һалдаттарҙың исем-шәрифтәрен, аллеяға ултыртыу өсөн кедр үҫентеләрен тапшырыу.
Автосәйәхәт үткәреү башланғысында яҙыусы, журналист, “Ҡаҡшамаҫ һәм легендар 112-се...” (“Несокрушимая и легендарная 112-я…”) китабы авторы Борис Малородов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харрасов, “Аҡтау” социаль адаптация үҙәге, “Төнгө бүреләр” байкерҙар клубы тора.
Сарала ҡатнашыусылар юл ыңғайы Һарытау өлкәһенең Хвалынск ҡалаһында туҡтап киткән. Унда 112-се Башҡорт атлы дивизияһынының берҙән-бер иҫән ҡалған яугире, Советтар Союзы Геройы, 97 йәшлек Георгий Федорович Платонов йәшәй. Ул һуғышта 62-се полкка етәкселек иткән.
Автоуҙышта ҡатнашыусылар Георий Федоровичҡа генерал Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исеме бирелеүе тураһында хәбәрҙе еткергән.
– Ниһайәт биргәндәр икән, беҙ быны бик оҙаҡ көттөк, - тип шатланған герой.
Әйткәндәй, Г. Ф. Платоновтың исеме башҡа батырҙарҙың исемдәре менән бер рәттән, Башҡортостандың Милли музейында урынлашҡан мемориаль таҡтаташта алтын хәрефтәр менән яҙылған, унда 112-се Башҡорт атлы дивизияһының барлыҡ Советтар Союзы Геройҙары теркәлгән. Ошондай уҡ таҡтаташ 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт атлы дивизияһы музейында ла бар.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: