Тормош дауам итә. Бөгөн, халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, фонтандар эшләй башланы. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
- Ҡурсаланыу режимы бер аҙ йомшартылһа ла хәүефһеҙлек саралары хаҡында онотмайбыҙ. Уның талаптарын һәр ерҙә күҙәтеү мөһим. Ҡурҡыныс инфекция шарттарында йәшәргә өйрәнәбеҙ, - тип яҙа Радий Фәрит улы.
Республика башлығының был хәбәрен күптәр ҡыуанып ҡаршы алды һәм социаль селтәрҙәрҙә: “Матур фонтандарҙы күреп кешеләрҙең кәйефе күтәрелер, йәшәүгә көсө артыр, сөнки ҡала фонтандарында ниндәйҙер серлелек һәм мөғжизә бар,”- тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты.
Билдәле булыуынса, 1 июндән ҡурсаланыу режимы йомшартылды. Карантинға бәйле элек ябыҡ булған ойошма-предприятиелар үҙҙәренең эшмәкәрлеген тергеҙә башлаясаҡ. Республика башлығы әйтеүенсә, ҡурсаланыу режимын артабан йомшартыу хаҡында ул белгестәр кәңәшенә мөрәжәғәт итәсәк. Шул уҡ ваҡытта санитар-эпидемиологик хәл буйынса саралар даими хөкүмәт иғтибарында буласаҡ.