+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 17:06

Балалар лагерҙары ҡасан эш башлай?

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә балаларҙың йәйге ялы һәм һауыҡтырыу лагерҙарының асылыу датаһы иғлан ителде.

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә балаларҙың йәйге ялы һәм һауыҡтырыу лагерҙарының асылыу датаһы иғлан ителде.
Республиканың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, балалар лагерҙарын ойоштороу эшендә илдәге эпидемиологик хәл иҫәпкә алына һәм уны этаптарға бүлеп асыу графигы һәр районда эшләнгән.
8 июндә балалар шифаханалары, шифахана-һауыҡтырыу лагерҙарында һынап ҡарау саралары башлана. Улар республикала - 28 учреждение. Шифаханалар балаларҙы 15 июндән ҡабул итергә әҙер буласаҡ.
22 июндән ҡала яны, мәктәп эргәһендәге ял һәм хеҙмәт лагерҙарында сменалар асыуға әҙерлек башлана. Улар балаларҙы июлдә ҡабул итә башлай.
Барлығы ял сараларына 200 мең бала йәлеп ителәсәк. Әлеге мәлдә республика биләмәләрендә ял һәм һауыҡтырыу өлкәһенә ҡараған 2 меңдән ашыу учреждение иҫәпләнә.
Бынан алда, балалар лагерҙарын асыу 13 июлдә булыуы ихтимал, тип хәбәр ителгәйне. Ләкин уның датаһы алғараҡ күсерелгән. Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек сараларын, санитар-гигиена талаптарын үтәү элеккесә мөһим урында тора.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: