+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 16:15

Балаларға өҫтәмә ярҙам

Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләрҙәр бөгөндән башлана.

Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләрҙәр бөгөндән башлана.
Был хаҡта пенсия фондының мәғлүмәттәренә таянып республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә.
Ағымдағы йылда республикала түләүҙәрҙең ошо төрөнә ата-әсәләрҙән 400 мең ғариза тапшырылған. Уға ярашлы, уларҙың банк иҫәбенә яйлап аҡсалар күсерелә башлай. Барлығы ошондай ярҙамға 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге 709 мең бала дәғүә итә ала.
Шулай уҡ бөгөндән 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләүҙәр башлана. Республика етәксеһе билдәләп китеүенсә, ундай ғаиләләр республикала 90 мең. Әле уларҙан 50 мең ғариза алынған. Дистацион рәүештә ғариза ҡабул итеү дауам итә.
- Түләүҙәрҙең тәүгеһе, 10 мең һум, - бер тапҡыр, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемгеһе ай һайын биреләсәк. Шулай уҡ бөгөндән балаға 1,5 ярым йәшкә тиклем түләнгән пособие күләме ике тапҡырға арттырыла. Был түләү ата-әсәһе эшһеҙ булған йә иһә студент ғаиләләренә иҫәпләнгән, - тип яҙа республика башлығы Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: