+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 12:43

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына – 25 йыл

Теүәл сирек быуат элек, 1995 йылдың 1–2 июнендә, баш ҡалабыҙ Өфөлә ғәйәт ҙур тарихи ваҡиға – I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булып уҙа. Төп башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндән башлана.

Теүәл сирек быуат элек, 1995 йылдың 1–2 июнендә, баш ҡалабыҙ Өфөлә ғәйәт ҙур тарихи ваҡиға – I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булып уҙа. Төп башҡорт йәмәғәт ойошмаһы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндән башлана.
Унда Башҡортостандың һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, 7 яҡын сит ил дәүләтенән, шулай уҡ Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швейцария һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан бөтәһе 806 вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай барышында 10 йүнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Башҡорттарға, Башҡортостан Республикаһы халҡына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ойошторола. Уның тәүге рәйесе итеп профессор, тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитов һайлана. Төрлө йылдарҙа Башҡарма комитетҡа Әхмәт Сөләймәнов, Румил Аҙнабаев, Батырхан Мырҙабаев, Азамат Ғәлин, Илгиз Солтанморатов, Марсель Йосопов, Әмир Ишемғолов, Данир Ғәйнуллин, Искәндәр Юлдашев етәкселек итә. 2020 йылдың 4 мартында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттан тыш йыйылышында Башҡарма комитет рәйесе итеп журналист, медиаменеджер Ғәлим Яҡупов һайлана.
2019 йылда үткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә ”Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмалары Халыҡ-ара берлегенең Президиумы булдырыла. Уны Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова етәкләй.
Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 140-тан ашыу милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаһын берләштерә. Ул халҡыбыҙҙың социаль һәм рухи-мәҙәни үҫешенә йоғонто яһап, уны туплауҙы төп маҡсаты итеп күрә, милли мәғарифты үҫтереүгә, тарихи мираҫыбыҙҙы өйрәнеүгә, туған телебеҙҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән бихисап проекттар башында тора.
“Ойошманың сирек быуатлыҡ юбилейын Башҡорт теле йылында билдәләүебеҙ символик мәғәнәгә эйә. 25 йыл элек кеүек үк, телде, бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлау һәм халыҡ үҫеше мәсьәләләре бөгөн дә мөһим булып ҡала. 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн уҙғарырға, был йылда әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләргә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарихына ҡатнашлығы булған кешеләрҙе бергә йыйырға ниәтләйбеҙ”, — ти Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: