+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 12:45

Бөгөн “Беҙ балалар хаҡына бергә” хәйриә марафоны үтә

Бөгөн Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы “Беҙ балалар хаҡына бергә” хәйриә марафоны үткәрә.

Бөгөн Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы “Беҙ балалар хаҡына бергә” хәйриә марафоны үткәрә.
Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды дауалауға мохтаж балаларға ярҙам ҡулы һуҙа. 7 йыл эшләп килә. Проектың ғәмәлдәге осоронда бөтәһе 70 миллион һумдан ашыу суммаға ярҙам күрһәтелгән. Ярҙамды Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән «Русфонд» аша 200-ҙән ашыу ауырыу бала алған.
Телемарафонда иһә билдәле опера һәм эстрада йондоҙҙары ҡатнаша: БР-ның Халыҡ артисы Асҡар Абдразаков; Башҡортостандың һәм Татарстандың Халыҡ артисы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, “Алтын битлек” милли театр премияһы лауреаты, “Грэмми” премияһына ике тапҡыр эйә булған Илдар Абдразаков; “Ковент-Гарден” Король операһы солисы Айгөл Әхмәтшина; РФ-ның атҡаҙанған артисы Иван Васильев; БР-ның атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин; “Премьер” төркөмө, “Тауыш” шоуында ҡатнашыусылар Рушана Вәлиева һәм Наҙгөл Отузова; опера йырсыһы, Ҙур театр солисы Анна Аглатова; Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыка театры солисы, Абхазияның һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хибла Герзмава; СССР-ҙың һәм Украинаның халыҡ артисы, “ЮНЕСКО-ның донъя артисы”, “Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн” орденының тулы кавалеры Владимир Спиваков; Рәсәйҙең халыҡ артисы, “Бөтәһенән дә шәп” шоуында ҡатнашыусы Роман Мөслимов һәм Дмитрий Крюков етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры.
Беҙ бергәләп төрлө ауырыуһарға дусар балаларға ярҙам итә алабыҙ:
  • Марк Терентьевҡа, 7 йәш;
  • Миша Манулинға, 8 йәш;
  • Валя Рувеннаға, 9 йәш.
  • Был изге эшкә һәр кем ҡушыла ала, бары тик 3434 номерына ярҙам суммаһын ебәреү шарт. Телемарафон Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 1 июндә 19.00 сәғәттә башлана.
    Автор:Рәсүл Байгилдин
    Читайте нас: