+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 15:07

Ҡариҙелдә – автоклуб

Ҡариҙел районына күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәге (автоклуб) алынған.Ҡариҙел – республикалағы иң ҙур райондарҙың береһе. Район үҙәгенән иң алыҫ ауыл 80 саҡрым арала ята. 99 ауылдың тик 38-ендә генә мәҙәниәт йорто бар. Автоклуб мәҙәниәт һәм ял итеү йорто булмаған ауылдарҙа сифатлы концерттар күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Ҡариҙел районына күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәге (автоклуб) алынған.
Ҡариҙел – республикалағы иң ҙур райондарҙың береһе. Район үҙәгенән иң алыҫ ауыл 80 саҡрым арала ята. 99 ауылдың тик 38-ендә генә мәҙәниәт йорто бар. Автоклуб мәҙәниәт һәм ял итеү йорто булмаған ауылдарҙа сифатлы концерттар күрһәтергә мөмкинлек бирә.
Тәүге автоклуб 23 апрелдә Нуриман районына киткән. Йыл аҙағына тиклем күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәктәре шулай уҡ Баймаҡ, Йылайыр, Тәтешле райондарына юлланасаҡ.
Автоклубтар “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алына.
Фото Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: