+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2020, 13:42

60 модулле ФАП алынған

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика ауылдары өсөн модулле 60 фельдшер-акушер пункты алынған. Улар өсөн федераль бюджеттан – 269 миллион, республика ҡаҙнаһынан 51 миллион һум аҡса тотонолған. 60 ФАП-тың өсөһө өҫтәмә рәүештә, экономияланған аҡсанан алынған.

Модуль типлы фельдшер-акушер пункттары каркас һәм панелдәрҙән ҡорола, бындай биналар тиҙ арала һалына. ФАП-тар халыҡҡа беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнә.
Модулле ФАП-тарҙан тыш, 2019 йылда 13 капиталь фельдшер-акушер пункты төҙөлә башлаған. Улар өсөн төбәк бюджетынан 69 миллион һум аҡса бүленгән. Улар быйыл пациенттарын ҡабул итә башлар, тип көтөлә.
Бөтә ФАП-тар ҙа кәрәкле мебель, ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.
Фельдшер-акушер пункттарын яңыртыу В. Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Федераль проекттың маҡсаты – 2024 йылға тиклем ауыл халҡы өсөн уңайлы медицина ярҙамы булдырыу.
2020 йылда Башҡортостанда авария хәлендәге барлыҡ фельдшер-акушер пункттарын һәм ауыл табип амбулаторияларын алмаштырыу планлаштырыла.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: