-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 19:00

Тантаналы шарттарҙа инфекция үҙәге асылды

Өфө районында урынлашҡан “Зубов” индустриаль паркы биләмәһендә төҙөлгән коронавирус инфекцияһы менән сирләгән пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн тәғәйенләнгән яңы инфекция үҙәге асылды. Сарала Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Яңы госпиталь бер ҡатлы, ҡурай сәскәһен хәтерләткән комплекстан ғибәрәт, тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияларҙан йыйылған. Бокс формаһындағы барлығы 100 палата ҡоролған. Уларҙың 82-һе - тәүлек әйләнәһенә эшләй торған бокстар, 18-е - реанимация палаталары. Үҙәктең дөйөм майҙаны – 16 мең квадрат метр, бер юлы 470 кеше дауалана ала. Комплекстың эсенә шулай уҡ диагностика, дезинфекция бүлектәре, лаборатория, дарыухана, үҙәк стерилизация бүлеге, медицина персоналы өсөн ятаҡ инә.
Объект ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт эсендә төҙөлдө. Төҙөүселәр һәм проектсылар иң алдынғы заман технологияларына, шул иҫәптән, Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында һәм Мәскәүҙә тупланған тәжрибәләргә таянған.
Төҙөлөш материалдарының күбеһе Башҡортостанда етештерелгән. Ҡуйылған ҡорамалдар иң юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Госпиталь 1 июндән ауырыуҙарҙы ҡабул итә башлаясаҡ.
Михаил Мурашко яңы клиниканың сифатын юғары баһалап: “Рекорд срокта төҙөлгән, бик ҡулай, энергияны һаҡсыл тотона, медицина ҡалдыҡтарының хәүефһеҙлеге тәьмин ителә һәм сайынды һыу таҙартыла. Өфө үҙәгендәге кеүек пациенттар ағымын айырыуҙы медицинаның тәүгел звеноһын модернизациялағанда киң ҡулланасаҡбыҙ. Мин Радий Фәрит улына һәм уның коллегаларына рәхмәтлемен”, - тине.
Тантана аҙағында юғары ҡунаҡ һәм төбәк етәксеһе медицина хеҙмәткәрҙәренә, инфекция үҙәген төҙөгәндәргә һәм был бурысты атҡарғанда әүҙемлек күрһәткәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Олег Яровиков фотолары.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в