+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 13:45

Министр Михаил Мурашко эш сәфәре менән Өфөгә килде

Бөгөн – 30 майҙа – Өфөгә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко эш сәфәре менән килде.

Бөгөн – 30 майҙа – Өфөгә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко эш сәфәре менән килде.
Уны аэропортта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Республиканың баш ҡалаһында федерал министр медицина учреждениеларын төҙөү тәжрибәһе һәм коронавирусҡа ҡаршы көрәште уңышлы ойоштороу буйынса эш менән танышасаҡ.
- Бөгөн беҙ, алдынғы алымдарға таянып, үпкәһе ныҡ зарарланған ауырыуҙарҙы дауалаған яңы инфекция үҙәген асабыҙ һәм шуның менән заманса стандарттар буйынса медицина ярҙамы күрһәтеүҙең яңы дәүерен башлайбыҙ, - тине Михаил Мурашко.
Һаулыҡ һаҡлай министрлығы етәксеһе менән Өфөгә Мотлаҡ медицина страховкалау федераль фонды рәйесе Елена Чернякова ла килде.
Динар Калимуллин фотоһы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: