0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 19:55

Михаил Мурашко Республика клиник онкология диспансерын ҡараны

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Өфөгә эш сәфәре барышында Республика клиник онкология диспансерын ҡараны.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Өфөгә эш сәфәре барышында Республика клиник онкология диспансерын ҡараны.
Министр онкоүҙәктең эшмәкәрлеге менән танышты, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған юғары технологиялы ҡорамалдар менән ҡыҙыҡһынды, диспансерҙың яңы корпусы төҙөлөшөндә булды.
Туғыҙ ҡатлы яңы бинала 240 койкалыҡ стационар, бер сменала 450 кешене ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә поликлиника, лор-онкология, гинекология, урология, маммология һ.б. бүлексәләре урынлашасаҡ. Корпусты быйыл сафҡа индереү планлаштырыла.
Олег Яровиков фотоһы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: