+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2020, 10:10

Дүрт баҙар эше ниңә туҡтатып торолған?

Көн һайын Башҡортостан Республикаһы Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре сауҙа объекттары эшен күҙәтеү маҡсатында райондарға сыға.

Көн һайын Башҡортостан Республикаһы Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре сауҙа объекттары эшен күҙәтеү маҡсатында райондарға сыға. Хакимиәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән берлектә улар Башҡортостан Башлығының 2020 йылдың 18 мартындағы Указына ярашлы, “Юғары әҙерлек” режимы талаптары нисек үтәлеүен тикшерә.
– Сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү ойошмаларында йыш ҡына граждандарҙы яҡлау буйынса профилактика, дезинфекция саралары күҙәтелмәүе асыҡлана, – ти БР Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев.
Мәҫәлән, 27 майҙа Салауат ҡалаһында “Агромаркет” баҙары эше ваҡытлыса туҡтатылған. Сираттағы тикшереү барышында уға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушылған. 28 майҙа баҙар яңынан эшләй башлаған, иҫкәрмәләр бөтөрөлгән. Әммә ул иғтибар аҫтында ҡала.
Шундай уҡ хәл Стәрлетамаҡ, Яңауыл ҡалаларындағы, Үрге Ҡыйғы ауылындағы баҙарҙарҙа күҙәтелгән, уларға ла эштәрен туҡтатып торорға тәҡдим ителгән. Етешһеҙлектәрҙе төҙәткәс, кисә, 29 майҙа, улар үҙ эшен дауам иткән.
Һуңғы айҙа барлығы 15084 ойошма тикшерелгән. Ҡайһы берҙәрендә табылған ҙур булмаған етешһеҙлектәр шунда уҡ төҙәтелгән, киләсәктә уларға юл ҡуймау өсөн аңлатыу эше үткәрелгән. Иң таралған етешһеҙлек – һатып алыусыларҙа һәм һатыусыларҙа бирсәткә, битлек булмауы, тейешле дистанция билдәләре юҡлығы, шулай уҡ эшмәкәрлеге туҡтатып торолған ойошмаларҙың үҙ эшен дауам итеүе.
Ә штраф күләмдәре ярайһы уҡ ҙур ғына: граждандар өсөн – 1 меңдән 30 мең һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – 10 меңдән 50 мең һумғаса; шәхси эшҡыуарҙарға – 30 меңдән 50 мең һумға ҡәҙәр; ойошмаларға – 100 меңдән 300 мең һумға тиклем. Әгәр талаптар ҡабаттан боҙола икән, уларға ябылыу янай.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: