Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашыу барышында Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, һорауға яуап биреп, быйыл август-сентябрҙә Рәсәйҙә COVID-19 вирусынан вакцина барлыҡҡа киләсәк, тине.
Министр вакцина булдырыу буйынса эштең бер нисә йүнәлештә барыуы, улар араһында биш өлгөнөң айырыуса перспективалы булыуы хаҡында әйтте, ике-өс аҙнанан клиник һынауҙар башланасаҡ, тип белдерҙе.