Бөгөн сығарылыш класы уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау онлайн режимда яңғыраны. Бындай сара коронавирус таралыу ихтималлығын иҫкәртеү маҡсатында ҡабул ителде тип белдерҙе республика башлығы хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.
-Уҡыусылар өсөн уҡыу йылы тамамлана. Һуңғы ҡыңғырау онлайн режимда үтә. Ләкин был ваҡиғаны һуңынан йыйылып билдәләү, саралар үткәреү булмаясаҡ. Ошо турала алдан һөйләштек. Уға мәктәп директорҙары шәхсән яуаплы буласаҡ,- тине Радий Хәбиров.
“Һуңғы ҡыңғырау” көнө сауҙа нөктәләрендә спиртлы эсемлектәр һатыу ҙа тыйылды.
Хөкүмәт кәңәшмәһендә шулай уҡ юғары уҡыу йорттары һәм колледж ятаҡтарындағы санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеү саралары хаҡында ла һүҙ булды. Хөкүмәт премьер - министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров билдәләүенсә, ятаҡтарҙа 5 меңдән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 3 479 - студенттар. Бөгөнгө көндә коронавирус йоҡторған студенттар БДУ ятағында теркәлгән, улар дауаханала. Башҡалар өсөн саралар күрелгән, ятаҡтарҙа дезинфекция үткәрелгән.