0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 17:44

Республикала коронавирус: һуңғы мәғлүмәттәр

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус тағы ла 84 кешелә табылған. Был диагноз ҡуйылған ауырыуҙарҙың дөйөм һаны хәҙер – 3105.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус тағы ла 84 кешелә табылған. Был диагноз ҡуйылған ауырыуҙарҙың дөйөм һаны хәҙер – 3105.
Бөгөнгө көндә республика стационарҙарында 920 яҡташыбыҙ дауалана. Ауыр хәлдәгеләр кисә 50 булһа, әле улар – 39. 10 сырхау яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алып, сирҙе еңергә тырыша.
1139 ауырыу инфекцияны еңел кисерә һәм тейешле дауаны өйҙәрендә ала.
Үткән тәүлектә 21 кеше дауахананан сыҡҡан. Һауығыусылар барлығы – 1028. Коронавирустан вафат булыусылар һаны элеккесә ҡала – 18, һуңғы тәүлектә үлем осраҡтары юҡ.
Эпидемия башланғандан бирле республикала COVID-19-ға барлығы 229 215 анализ яһалған, 217 637 кеше тикшерелгән.
Һуңғы тәүлектә 7318 анализ уҙғарылған, 6947 кеше тикшереү үткән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: