Башҡортостанда коронавирус сенән сирләүселәр араһында ниндәй йәштәге кешеләр күберәк? Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова билдәләүенсә, республикала COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың иң күбе – 39, 9 проценты – 26 йәштән 50 йәшкә тиклемгеләр икән. 24, 3 проценты – 51–60 йәшлектәр. Өсөнсө “урында” – 61–80 йәшлек пенсионерҙар (21, 2 процент). 80-де үткәндәр - 3 проценттан саҡ ҡына артыҡ.
Коронавирус 18–25 йәшлектәрҙә лә асыҡлана: сирләүселәрҙең 6, 8 проценты – тап улар. Вирус эләктереүселәрҙең 4, 6 процентын балалар һәм 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр тәшкил итә.