+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 13:22

Исемдәре – Хәтер сайтында...

Башҡортостандан 28 йәшлек табип менән 56 йәшлек шәфҡәт туташы COVID-19 пандемияһы ваҡытында вафат булған медицина хеҙмәткәрҙәренең “Хәтер исемлеге”нә индерелде.

Башҡортостандан 28 йәшлек табип менән 56 йәшлек шәфҡәт туташы COVID-19 пандемияһы ваҡытында вафат булған медицина хеҙмәткәрҙәренең “Хәтер исемлеге”нә индерелде. Әле унда илдең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу медиктың исем-фамилияһы бар.
Май башында Мәскәү янындағы Егорьевский район дауаханаһының 3-сө поликлиникаһы терапевы, Башҡортостан егете Наил Саматов вафат булды. Наил былтыр ғына Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, шул поликлиникала бер нисә ай участка терапевы булып эшләгән. Сирҙе коронавирус диагнозы раҫланған пациенттан йоҡторған. Йәш табипты, хәле ауырлашҡас, Мәскәүгә алып киләләр. Ләкин ҡотҡара алмайҙар.
Исемлектәге икенсе яҡташыбыҙ – апрель айында донъя ҡуйған Елена Никанорова. Шәфҡәт туташы Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегендә эшләгән. Әммә, хеҙмәткәрҙәр етмәү сәбәпле, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлегенә күсерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәфҡәт туташы коронавирус йоҡтора. Хәлен шәкәр диабетынан яфаланыуы ла ҡатмарлаштыра. Уның коронавирус инфекцияһынан вафат булыуын төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫланы.
COVID-19 эпидемияһында ғүмерҙәре өҙөлгән аҡ халатлылар иҫтәлегенә арналған сайтты төҙөүселәрҙең береһе Алексей Эрлихр “Новая газета” баҫмаһына белдереүенсә, медицина хеҙмәткәренең вафаты тураһында, ғәҙәттә, уларға туғандары йәки хеҙмәттәштәре хәбәр итә икән.

Фотолар социаль селтәрҙән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: