Ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы йылытылған, унда электр, канализация, һыу үткәреү системалары тулыһынса яңынан үткәрелгән, тәҙрәләр алмаштырылған, иҙәндәр нығытылған, ҡыйығы ябылған. Әле биҙәү эштәре бара. Диуарҙар буяла, түбә монтажлана. Тамашасылар залында сәхнәне лә яңынан эшләйҙәр, һуңыраҡ яңыса яҡтыртыу, шаршау, тауыш ҡорамалдары, уңайлы кәнәфиҙәр ҡуйыласаҡ. Ижади коллективтар артистары өсөн сәхнә костюмдары тегелә. Шулай уҡ түңәрәктәр үткәреү, балалар өсөн уйын бүлмәһе, бейеү залы ла тулыһынса йүнәлтеләсәк һәм йыһазландырыласаҡ.
Мәҙәниәт йортоноң үҙенсәлеге – бинаның фойеһында, тәүге ҡатта балсыҡтан әүәләнгән биҙәк ҡуйылған. Ремонт барышында ул һаҡланасаҡ, реставрация яһап, буяласаҡ.