0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 12:33

“Алға” махсус иҡтисади биләмә төҙөлә

Башҡортостанда ”Алға” махсус иҡтисади биләмә барлыҡҡа килә. Был туралағы ҡарарға Рәсәй хөкүмәте премьер - министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда ”Алға” махсус иҡтисади биләмә барлыҡҡа килә. Был туралағы ҡарарға Рәсәй хөкүмәте премьер - министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән Ишембай һәм Стәрлетамаҡ районы сигендә төҙөлдө. Махсус иҡтисади зона 2019 йылдың авгусында уҡ теркәлгән. Ике район өсөн уның майҙаны 470 га. Шуның яртыһы эре проекттар өсөн ҡаралған.
Алдараҡ инвестпроекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса ете резидент үҙенең ризалығын раҫлаған. Улар нефтехимия, приборҙар эшләү һәм туҡланыу сәнәғәтенә ҡараған предприятиелар. Тағы ла 11 инвестор 40 миллиард һумлыҡ аҡса һалыуы ихтимал.
-“Алға” иҡтисади зонаһы Ишембай – Стәрлетамаҡ - Салауат агломерацияһының үҫеше өсөн көслө этәргес буласағына, унда заманса етештереү предприятиеларының ҡалҡып сығасағына иманым камил. Был иһә өҫтәмә эш хаҡы, һалымдар һәм иҡтисадтың үҫеше,- тип белдергән республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Республика ярҙамында биләмәләрҙе үҙләштереү өсөн электр, газ, һыу тәьминиәте селтәрҙәре төҙөләсәк, автомобиль һәм тимер юлы транспорты өсөн юлдар ҡаралған. Был сараларға төбәк 6,3 миллиард һум аҡса йүнәлтә.
“Алға” биләмәһе иҡтисадтың юғары технологиялы тармаҡтарын үҫтереү, яңы төр продукция етештереү һәм эшкәртеүгә инвестициялар йәлеп итеү өсөн төҙөлгән. Унда инвесторҙарға бизнес алып барыу өсөн әҙер инфроструктура, таможня һәм һалым льготалары ҡаралған.
Фото Республика башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: