+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 14:28

Йәш сәхнә оҫталарына – яңы ҡорамалдар

Өфө сәнғәт училищеһы художество бүлеге өсөн сираттағы ҡорамалдар партияһы алған. Улар араһында 211 мольберт, 25 стеллаж, профессиональ фотоаппарат һәм терәкле яҡтыртыу ҡорамалы бар.

Өфө сәнғәт училищеһы художество бүлеге өсөн сираттағы ҡорамалдар партияһы алған. Улар араһында 211 мольберт, 25 стеллаж, профессиональ фотоаппарат һәм терәкле яҡтыртыу ҡорамалы бар. Заманса ҡорамалдар “Дизайн” һөнәренә уҡығандар өсөн тәғәйенләнә, улар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, тип белдерә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Өфө сәнғәт училищеһы Башҡортостандың “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә модернизацияланған һөнәри мәғариф ойошмалары исемлегенә ингән. 2020 йылда колледждың музыкаль инструментарийы байтаҡ яңыртыуҙар кисерәсәк, художество бүлегендә яңы ҡорамалдар барлыҡҡа киләсәк, методик әҙәбиәт алынасаҡ.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: