+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 15:10

Вирустан һаҡлаусы яйланма

Ишек тотҡаларында коронавирус биш тәүлеккә тиклем һаҡланырға мөмкин, ти белгестәр һәм ишекте салфетка ярҙамында асырға ҡуша. Магнитогорск ҡалаһындағы «УралЭнергоРесурс» компанияһы иһә икенсе юл тәҡдим итә.

Ишек тотҡаларында коронавирус биш тәүлеккә тиклем һаҡланырға мөмкин, ти белгестәр һәм уны эләктереү ҡурҡынысын кәметеү өсөн, ишекте салфетка ярҙамында асырға ҡуша. Магнитогорск ҡалаһындағы «УралЭнергоРесурс» компанияһы иһә икенсе юл тәҡдим итә. Ҡәҙимге ваҡытта ул шахталар өсөн ҡорамалдар етештерә. Эпидемия башланғас иһә бында ишеккә ҡуйырға махсус яйланмалар уйлап тапҡандар. Улар ярҙамында тотҡаға ҡағылмайынса ғына ишекте асып була.
Вирусҡа ҡаршы 5000 шундай яйланма етештерелгән дә инде. Шуларҙың 500-ө Башҡортостан дауаханаларына бүләк ителгән.
Республика медиктары был яйланманы бик оҡшатҡан. Эпидемия үткәс тә уны һүтеп ташламаясаҡтар, оҙаҡ йылдар файҙаланасаҡтар. “Ишекте тотҡаға ҡағылмай ғына асыу бигерәк тә киҙеү таралған ваҡыттарҙа вирустан һаҡланырға ярҙам итәсәк”, – ти улар.
Әлегә бөтә кешеләр ҙә яйланманың ни өсөн ҡуйылғанын белеп етмәй, ишекте ғәҙәттәгесә аса. Ләкин компанияла: “Уны нисек файҙаланырға өйрәтеүсе сағыу ҡулланма әҙерләйбеҙ”, – тип вәғәҙә итәләр.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: