+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 00:21

Телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү

Башҡортостан хөкүмәтендә 28 май көнө ВКС режимында ”Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” республика законының үтәлеше буйынса хөкүмәт эргәһендәге комиссияның эшсе төркөмө ултырыш үткәрә.

Башҡортостан хөкүмәтендә 28 май көнө ВКС режимында ”Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” республика законының үтәлеше буйынса хөкүмәт эргәһендәге комиссияның эшсе төркөмө ултырыш үткәрә. Уның эшендә дәүләт власы органдары, милли-мәҙәни, йәмәғәт һәм фәнни белем биреү ойошмаларының вәкилдәре ҡатнаша.
Комиссияның яңы составы хөкүмәттең 2020 йылдың 17 апрелендәге ҡарары менән раҫланған. Уның эшен хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкләй. Хөкүмәт эргәһендәге комиссияның яңы планы буйынса яңыса эш этабы башланасаҡ. Ултырыштар даими уҙғарыласаҡ, ә комиссияның эше дәүләт теле сәйәсәтендә яңы норма талаптарын тормошҡа ашырыуға ҡайтып ҡала.
Шулай уҡ Рәсәй Президентының рус теле буйынса Совет йомғаҡтары буйынса талаптары, Башҡортостан башлығының республика халыҡтары телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау, федераль һәм төбәк-ара бәхәс майҙансыҡтарының ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу ҙа ошо эштәргә инә.
План проектында яңы йүнәлештәр бар: республика һәм муниципаль кимәлдә үткән оператив кәңәшмәләрҙе, ултырыштарҙы ике дәүләт телендә алып барыу, синхрон тәржемә яһау мөмкинлеген биреү, республика халыҡтары телдәрен социаль селтәрҙәрҙә видеороликтар ярҙамында популярлаштырыуға методик ярҙам күрһәтеү һәм башҡа бурыстар ҡуйылған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: