Шишмә районында ике аҙна эсендә ете мобиль фельдшер-акушер пункты асылырға тора. Һөйөнөслө яңылыҡ Дмитриевский, Игнатовка, Яңы Уҫман, Түбәнге Тирмә, Әлбәй, Өйҙөрәк и Уразбахты ауылдарында йәшәүселәргә тәғәйенләнә. Хәҙер был ауылдар халҡына беренсел санитар-медицина ярҙамы ошонда күрһәтеләсәк. Иң мөһиме – квалификациялы медицина ярҙамы өсөн уңайлы һәм заманса шарттар тыуҙырыласаҡ.
Яңы объекттар типлаштырылған проект буйынса төҙөлә, яңы стандарттар буйынса йыһазландырыла. Бер ФАП-ты ҡороу өсөн ике-өс көн етә, артабан бер аҙна заманса ҡорамалдар, мебель урынлаштырыуға китә.