+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 17:58

Эшҡыуарҙар иғтибарына

Башҡортостанда “Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы” дауам итә.

Башҡортостанда “Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы” дауам итә.
“Эшҡыуарлыҡ аҙнаһында” ҡатнашыусылар өсөн эксперт итеп саҡырылған Ozon и AdvantShop платформаларының топ-менеджерҙары “Барыһы ла маркетплейстар хаҡында” тигән онлайн-дәрестә, маркетплейстар менән эште башлау, коронавирус пандемияһы шарттарында интернет-рекламаның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
AdvantShop платформаһын ойоштороусы, эшҡыуар Камил Кәлимуллин әйтеүенсә, интернет-магазинды эшләтеп ебәреү тиҙ һәм еңел, бының өсөн ике аҙна етә. “Онлайн һатыуҙы ойоштороуҙа ыңғай һөҙөмтәгә инанғанлыҡ һәм шуға көйләнеү мөһим. Эште интернетта һатыуҙың ябай моделенән башларға кәрәк. IT өлкәһендә белгес булыу кәрәкмәй, кибет асыу өсөн әҙер сервистарҙы файҙаланығыҙ”, – ти ул. Һатыу технологияһы ҡоралдарға, маркетплейстарға, рекламаға ҡарағанда мөһимерәк икәнен билдәләп үтә ул: “Нисек һатыуыбыҙ барыһынан әһәмиәтлерәк. Һөҙөмтәгә ирешеү, ысын клиенттар һәм заказдар табыу, аҡса эшләү өсөн нигеҙ ул”.
Эксперттар фекеренсә, әлеге шарттарҙа интернетта һатыу итеү үҫешәсәк һәм, йәмғиәттә “интернет аша һатып алыусы” образы барлыҡҡа килеү арҡаһында, был тенденция һаҡланасаҡ.
“Барыһы ла маркетплейстар хаҡында” тигән онлайн-дәресте ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://www.youtube.com/watch?v=tQx_qjwSbqc&feature=youtu.be .
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: