+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 18:51

Һауығыусылар – меңдән ашыу

28 майға ҡарата республикала коронавирус инфекцияһынан һауығыусыларҙың дөйөм һаны 1007-гә етте.

28 майға ҡарата республикала коронавирус инфекцияһынан һауығыусыларҙың дөйөм һаны 1007-гә етте. Тәүлек эсендә тағы 59 кеше, сирҙе еңеп, дауахананан сыҡҡан.
“Әле 885 ауырыу дауаханаларҙа ята. Ауыр хәлдәгеләр кисәгенән икәүгә кәмерәк – 50, унауһы яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. 1100 кеше амбулатор дауалана”, – тип билдәләне республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәт кәңәшмәһендә. Ул тәүлек эсендә коронавирустан донъя ҡуйыусылар булмауын әйтеп үтте.
Һуңғы тәүлектә COVID-19 диагнозы тағы ла 79 сырхауҙа раҫланған. Эпидемия башланғандан алып коронавирус йоҡтороусылар һаны барлығы – 3 201.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: