+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 21:28

Ветерандарҙың торлаҡ шарттары яҡшыртыла

Белорет районында Бөйөк Ватан һуғышының ике ветеранына торлаҡ һатып алыуға сертификаттар тапшырылды.

Белорет районында Бөйөк Ватан һуғышының ике ветеранына торлаҡ һатып алыуға сертификаттар тапшырылды.
Шығай ауылында йәшәгән ветеран Мәһәҙей Бикбай улы Әбсәләмовтың йорто бик иҫке, йәшәү өсөн шарттары булмаған. Йыл башында махсуслаштырылған ойошма тарафынан уның өйө йәшәүгә яраҡһыҙ тип табыла.
Үҙән ауылында йәшәүсе ветеран Николай Тимофеевич Барменков та торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы көткән. Бөгөн уларҙы Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡотланы һәм ветеран ғаиләләренә шатлыҡлы хәбәр еткерҙе. Әйткәндәй, яңы торлаҡҡа документтар юллауҙы ла район хакимиәте үҙ өҫтөнә алды.
Белорет районында 2009 йылдан алып 151 ветеран аҡсалата сертификаттар алған. Уның күләме 1 626 264 һум.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: