Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Татарстан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан, уның Президенты Рөстәм Миңнехановҡа ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.
Телеграммала былай тиелә:
Хөрмәтле Рөстәм Нурғәле улы!
Туғандаш Татарстан халҡын республиканың 100 йыллығы менән ихлас ҡотлайым. Бер быуатлыҡ тарихи юл - сағыу ваҡиғалар, татар халҡының хеҙмәт батырлыҡтары, фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән тулыланған.
Үҙенең юбилейын республика иҡтисадта, социаль өлкәләге уңыштары менән ҡаршы ала. Рәсәй федерализмы башында торған Татарстан Республикаһы әле лә федератив мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә үҙ өлөшөн индерә.
Башҡортостан иһә төбәктәр араһындағы ныҡлы бәйләнеште бик юғары баһалай. Беҙҙең аралағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре йылдан йыл нығынһын, тиелә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау телеграммаһында.