+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 01:51

Ләүзәлә – яңы мәктәп

Ҡыйғы районы Ләүзә ауылында яңы мәктәп асылған. Ике ҡатлы заманса бинала бер ҡыйыҡ аҫтында 80 урынлыҡ мәктәп һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы урын алған. Уҡыу йорто барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Бында йыһазландырылған компьютер класы, лаборатория, лингафон кабинеты, спорт залы, душ бүлмәләре бар, башланғыс кластарҙа интерактив таҡталар урынлаштырылған. Мәктәпте төҙөү 160 миллион һумға төшкән.

Кластарҙың береһендә Ләүзә ауылынан сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Дмитрий Сергеевич Ракшинға һәм Дағстанда хәрби бурысын үтәгәндә вафат булған Дмитрий Силкоға арналған “геройҙар партаһы” ҡуйылған. Был парта артында уҡыу алдынғылары ултырасаҡ. Мәктәп Дмитрий Ракшин исемен йөрөтәсәк.
Мәктәп асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙың һаны сикле: БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, БР Капиталь төҙөлөш идаралығынан, район хакимиәтенән, мәғариф бүлегенән һәм мәктәптән вәкилдәр.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: