+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 18:17

Коронавирус йоҡтороусылар 3000-гә яҡын

27 майға ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 3000-гә яҡынлашты, теүәлерәк әйткәндә, 2942-гә етте.

27 майға ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 3000-гә яҡынлашты, теүәлерәк әйткәндә, 2942-гә етте. Тәүлек эсендә сир тағы 91 кешелә асыҡланған.
Бөгөнгө көндә республика стационарҙарында 694 сырхау дауалана. Ауыр хәлдәгеләр көн дә арта: улар – 52. Уларҙың 11-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.
1102 ауырыу амбулатор дауа ала.
Һуңғы тәүлектә 46 кеше дауахананан сыҡҡан. Сирҙе еңгән яҡташтарыбыҙ меңгә етеп килә – 948.
Коронавирус эпидемияһы республикала 18 ғүмерҙе өҙҙө. Аҙаҡҡы тәүлектә вафат булыусылар юҡ.
Табиптар “дауахананан тыш пневмония” менән сирләүселәрҙе лә айырым иғтибарҙа тота. Тәүлек эсендә был диагноз менән 52 кеше стационарға һалынған. Улар бөтәһе лә коронавирусҡа анализ биргән. Пневмониянан һауығып, дауахананан сығыусылар һуңғы тәүлектә – 32.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: