Күренекле сәнғәт әһеле, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Мортазинаға 94 йәш тулды.
Миләүшә Ғәле ҡыҙы Мортазина тәү сиратта республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙә, хатта донъя сәнғәтенә танылған йырсылар әҙерләп сығырыуы менән билдәле шәхес. Бөгөн ер шарының иң яҡшы басы тигән исемгә лайыҡ булған опера йондоҙо Илдар Абдразаҡов, уның шулай уҡ танылған ағаһы Асҡар Абдразаҡов, Рәсәйҙең халыҡ артисы Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаҡов, Шамил Хәмәҙинуров, Вәхит Хызыров һәм башҡа шәхестәр тап ошо остаздың вокал мәктәбен тамамлаған.
Миләүшә Мортазинаның уҡыусылары халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика һәм төбәк вокалистар конкурсында 52 лауреат урыны яулаған.
Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Миләүшә Ғәле ҡыҙын ҡотлаусылар уны бөйөк педагог һәм музыкант тип билдәләне. Үҙе иҫән сағында уҡ педагогик вокал оҫталығының легендаһына әйләнгән, уҡыусылары ярҙамында бөтә донъяға билдәле булған остаз Миләүшә Мортазина бындай баһаға һис шикһеҙ лайыҡ. 26 май “Киске Ургант” программаһына саҡырылған ҡунаҡ, танылған яҡташыбыҙ Ильдар Абдразаҡов яратҡан уҡытыусыһын “Беренсе канал” аша ла ҡотлап үтте.
Миләүшә Мортазина Өфө ҡалаһының почетлы гражданы ла.
Фото Башинформдан алынды.