+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 13:39

Еңеү парады буласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин оборона министры Сергей Шойгуға 24 июндә Еңеү парадын үткәреүгә әҙерлек башлауҙы йөкмәтте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин оборона министры Сергей Шойгуға 24 июндә Еңеү парадын үткәреүгә әҙерлек башлауҙы йөкмәтте. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, эпидемияһының иң ҡурҡыныс осоро үтте, шулай ҙа парадта ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлек саралары барыбер ҙә беренсе планда ҡаласаҡ.
Президенттың ҡушыуы буйынса Еңеү парадтары Мәскәүҙә һәм илдең башҡа ҡалаларында үтәсәк. Был дата осраҡлы һайланмаған. Тап 1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙанда еңеүселәрҙең тарихи парады үткән.
”Үлемһеҙ полк” маршы 26 июлгә билдәләнгән. Президенттың әйтеүенсә, был сарала социаль дистанция тотоу мөһим буласаҡ. "Әгәр ҙә белгестәр акция үткәреүҙең хәүефле яҡтарын билдәләй икән, был датаны күсереү хаҡында да ҡарар ҡабул итербеҙ",- тигән Владимир Путин.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: