+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 00:55

Был пособиены алыусылар артасаҡ

Башҡортостанда 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләнеүсе пособиены билдәләү тәртибе үҙгәреүе һәм уны алыусылар күбәйеүе мөмкин.

Башҡортостанда 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләнеүсе пособиены билдәләү тәртибе үҙгәреүе һәм уны алыусылар күбәйеүе мөмкин. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һүҙ алып барҙылар.
Әлеге мәлдә айлыҡ ошо пособиеға йән башына табыштары йәшәү минимумынан – 9804 һумдан түбән ғаиләләр иҫәп тота ала. Уның күләме – 4894 һум. Ләкин Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республика закондары буйынса, ата-әсә эшләмәй икән, был түләүҙәр бирелмәй. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешле хәл тыуыу сәбәпле, Ленара Хәким ҡыҙы эшһеҙ ҡалған граждандарға ҡарата закондағы ул талапты ҡулланмаҫҡа тәҡдим итте. Ул әлеге түләүҙәрҙең 88 проценты федераль бюджеттан килеүен билдәләне.
Беренсе вице-премьер Андрей Назаров, тәҡдимде хуплап, законға тейешле төҙәтмәләр әҙерләй башларға ҡушты. “Тәҡдим бик дөрөҫ, төҙәтмәләр әҙерләгеҙ, уларҙы ҡараясаҡбыҙ”, – тине ул.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: