+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 12:58

Бөтә донья Фольклориада фестивале киләһе йылға ҡала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәттәр ойоштороу буйынса халыҡ-ара Советҡа VI Бөтә донья Фольклорида байрамын үткәреүҙең яңы датаһын тәҡдим итте.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәттәр ойоштороу буйынса халыҡ-ара Советҡа VI Бөтә донья Фольклорида байрамын үткәреүҙең яңы датаһын тәҡдим итте. Ул 2021 йылдың 3-10 июленә билдәләнде.
Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә ҡатнашыусылар Өфөгә 2 июль киләсәк, сара ябылғандан һуң, 11 июль юлға сығасаҡтар.
Билдәле булыуынса, Бөтә донья Фольклориада фестивале дүрт йыл һайын уҙғарылып тора. Тиҫтәләгән илдәрҙән килгән фольклор коллективтары бейеү сәнғәте, музыка, кәсептәр һәм халыҡ уйындары аша үҙҙәренең йола- традициялары менән таныштыра.
Өфөлә үтәсәк фольклориада байрамы 2020 йылдың июль урталарына тәғәйенләнгәйне. Вирус таралыуға бәйле фестиваль кисектерелде. Хәҙер иһә уны үткәреү киләһе йылға ҡалдырылған.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: