+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 01:18

“АгроНТИ – 2020”конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалған

Башҡорт дәүләт аграр университетында ауыл мәктәптәре уҡыусылары өсөн үткәрелгән “АгроНТИ – 2020” Бөтә Рәсәй конкурсының ситтән тороп үткән төбәк этабына йомғаҡ яһалған.

Башҡорт дәүләт аграр университетында ауыл мәктәптәре уҡыусылары өсөн үткәрелгән “АгроНТИ – 2020” Бөтә Рәсәй конкурсының ситтән тороп үткән төбәк этабына йомғаҡ яһалған.
«АгроКоптерҙар», «АгроКосмос», «АгроМетео», «АгроРоботтар», «АгроБИО» тип аталған һәр йүнәлеш буйынса ла иң күп балл йыйған 50 еңеүсе билдәләнгән. Улар төрлө йәш төркөмдәренә (5-6, 7-8, 9 –11 кластар) ҡарай. Ҡатнашыусылар конкурс йүнәлештәре буйынса тематик тест һорауҙарына онлайн яуап биргән.
Еңеүселәр исемлеге менән ошо һылтанмалар буйынса танышырға мөмкин: http://kids.agronti.ru./online_winners һәм https://www.bsau.ru/science/conferences/pisma/bsau_pz.pdf.
Сентябрҙә ситтән тороп үткән этап лауреаттары Башҡорт дәүләт аграр университетында осрашып, квадрокоптер менән идара итеү оҫталығын күрһәтәсәк, уҡыу полигонында конструкторҙан агроробот йыясаҡ, метеостанциянан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә анализ эшләйәсәк һәм башҡа эштәрҙе башҡарасаҡ. Финалистар Мәскәүҙә үтәсәк “Алтын көҙ – 2020” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ.
“АгроНТИ” конкурсы республикала “Мәғариф” һәм “Фән” милли проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: