Башҡаларҙың ғүмерен, һаулығын ҡотҡарыу өсөн тырышыусы табиптар, шәфҡәт туташтары араһында ла коронавирус менән сирләүселәр бар. Башҡортостанда 300-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре COVID-19 вирусын йоҡторған. Был – эпидемия башынан алып республикала коронавирус диагнозы раҫланған барлыҡ ауырыуҙарҙың 10 процент тирәһе.
“Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Социаль страховкалау фонды менән берлектә ул хеҙмәткәрҙәрҙең иҫәбен алып бара. COVID-19-ҙы йоҡтороуҙың һәр осрағын махсус комиссия ҡарай, һәр береһе буйынса протокол төҙөлә. Комиссия ағзалары түләүҙәр, шулай уҡ тейешле медицина ярҙамы алыу өсөн Социаль страховкалау буйынса федераль хеҙмәткә ебәрергә кәрәкле документтар әҙерләй”, – тип билдәләне республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.