+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 12:17

Йоғошло сирҙәрҙе дауалау үҙәге ҡыҫҡа ваҡыттарҙа төҙөлдө

Өфө районында яңы инфекция дауаханаһының төҙөлөшө тамамланды. Был хаҡта байрам көндәрендә, республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте.

Өфө районында яңы инфекция дауаханаһының төҙөлөшө тамамланды. Был хаҡта байрам көндәрендә, республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте.
Етәксенең билдәләүенсә, әлегә төҙөлөш буйынса ҡаралған һәм махсуслаштырылған ҡорамалдарҙы көйләү эше ҡалған. Улар 1 июнгә тиклем башҡарыласаҡ: ”Дауахана республикала ғына түгел, ә ил кимәлендә иң яҡшылар рәтенә дәғүә итә ала. Республика башлығының ҡушыуы буйынса, ул бик ҡыҫҡа ваҡыттарҙа, 55 көн эсендә һалынып сафҡа инә. Был ярайһы ҙур уңыш. Коронавирус ваҡытында индерелгән тәжрибә, хөкүмәттең киләсәкке эшендә лә файҙаланыр тип ышанам. Дауахананы һалып бөтөүгә көс һалған, көнө-төнө эшләгән төҙөүселәргә ҙур рәхмәт”,- тип яҙған Андрей Назаров.
Йоғошло сирҙәр үҙәге бер ҡатлы, тиҙ ҡорола торған модуль конструкцияларҙан төҙөлгән. Уның эсендә тәүлек әйләнәһенә эшләй торған 100 бокс, шул иҫәптән бер урынлыҡ 62 палата һәм 18 реанимация бүлеге урынлашҡан.
Хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ алыҫыраҡ урында төҙөлгән. Шулай уҡ санитар транспортты, таҙалау һәм башҡа ҡоролмаларҙы зарарһыҙландырыу өсөн айырым майҙансыҡ ҡаралған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: