Баймаҡ районының Беренсе Этҡол (Ямаш) ауылы йәштәре файҙалы эштәргә нигеҙ һалды. Ауыл халҡының көсө менән оҙаҡламай социаль - ял итеү объекттары ҡалҡып сығасаҡ. Уны ойоштороусы, ошо ауылдан сыҡҡан егет, республиканың йәш яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Байрас Азаматов былтыр Алтайҙа йәштәр форумында ҡатнаша. Унда ул йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың грантына эйә була. Байрастың был өлкәлә электән дә тәжрибәһе ҙур. Был уның тәүге һәм һуңғы гранты түгелдер. Грантты ул ауыл йәштәрен һәм йәмәғәтселеген файҙалы эшкә йәлеп итеү өсөн ҡулланырға ҡарар итә һәм “Ямаш” автономлы коммерция булмаған ойошма аса. Ул Беренсе Этҡол, икенсе исеме менән әйткәндә Ямаш йәштәре араһында, социаль-әһәмиәтле башланғыстарҙы үҫтереү һәм ойоштороуға этәргес бирә.
Әлеге ваҡытта ауылда грант аҡсаһына балалар, ике волейбол һәм бер футбол майҙансыҡтарының төҙөлөшө башланған. Уның эсендә ауылды төҙөкләндереү, тәртиптә килтереү бурысы ла тора. Был эшкә ауыл биләмәһенең бөтә активы, йәштәре әүҙем ҡушылған. Байрас Азаматов, беҙҙең журнал сайтына әңгәмәһендә, ошо проект аша кешеләрҙең, айырыуса йәштәрҙең үҙаңын үҙгәртеү мөһим тип белдерҙе:
-Шуны аңларға кәрәк, беҙгә бер кем дә килеп эшләп бирмәйәсәк. Ҡасан өҫтәмә эш урындары булдырырҙар, алма беш - ауыҙыма төш, тип көтөп ултырған заман үтте. Киләсәккә ышаныс менән ҡарарға кәрәк һәм үҙебеҙгә лә эшкә тотонорға ваҡыттыр тип әйтәм ауыл йәштәренә. Ул ғына ла түгел, ошонан файҙа алыу, аҡса эшләү сараһын да уйларға мөмкин бит.
Мин интернет киңлектәрендә төрлө проекттарҙы өйрәнәм. Шуның береһе, ”Альтуризм” проектына нигеҙ һалыусы Екатерина Затуливетерҙың сығышы артабанғы эштәремә ҡанат ҡуйҙы. Ул ауылдар һәм бәләкәй ҡалалар үҫешһен, йәштәр ауылға йәшәргә теләп ҡайтһындар. Сөнки унда яҡшы эш урыны, үҫеш өсөн мөмкинлектәр, аралашыу өсөн ҡыҙыҡлы кешеләрҙең күп булыуы тартып торорға тейеш тигән. Киләсәктә ошондай бәләкәй биләмәләр яңыса төҫ алырҙар һәм йәмәғәтселектең әүҙемлеге артыр, улар ҙа урындағы брендтар булдыра башлар тигәнгә өмөт менән ҡарайым. Урын кешене түгел, ә кеше урынын биҙәй тигәнгә ышанам.
Был төбәктә йәштәрҙең инициативаһы менән башҡарылған тәүге башланғыс түгел. Бынан ике йыл элек, Байыш ауылында да ситтә йәшәүсе йәштәр ҡайтып урындағыларҙы дәртләндереп ебәргәйне. Улар башланғысы менән ауылда боҙ ҡаласығы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн зал һәм мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгәйне.