+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 00:18

”Шүлгән-таш” музей комплексының төҙөлөшө дауам итәсәк

Бөрйән районында урынлашҡан “Шүлгән-таш” тарихи-мәҙәни музей комплексының төҙөлөшө йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Ул мәмерйәне һаҡлау өсөн бик кәрәкле объект, ти белгестәр.

Бөрйән районында урынлашҡан “Шүлгән-таш” тарихи-мәҙәни музей комплексының төҙөлөшө йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Ул мәмерйәне һаҡлау өсөн бик кәрәкле объект, ти белгестәр.
Республика башлығы Радий Хәбиров туристик объекттың төҙөлөш барышы менән танышты. Проект буйынса музей өс ҡатлы, уның майҙаны 4 мең квадрат метр. Бинала мәмерйәлә табылған боронғо һүрәттәрҙең күсермәһе, фәнни-тикшеренеү комплексы, фонд һаҡлау бүлмәһе, археологик эскпонаттар музейы, форумдар үткәреү өсөн ике конференц зал урын аласаҡ. Оъекттың хаҡы 350 миллион һум тора.
Башҡортостандың мәҙәни мираҫҡа ҡараған күсемһеҙ милек объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, был музей ғына түгел, ә эре ғилми тикшеренеү, мәғариф һәм этно мәҙәни үҙәк буласаҡ: ”Бина сафҡа индерелгәс тә, уның эске өлөшөн тулыландырыу бурысы тора”- тине Данир Әхмәҙи улы.
Тарихи-мәҙәни үҙәкте файҙаланыуға тапшырыу киләһе йылға күҙалланған. Был иһә төбәккә туристарҙарҙы йәлеп итеү өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырыу. Сөнки төҙөкләндереү эштәре Ағиҙел йылғаһы буйына ла ҡағыла, бынан тыш комплекс тирәләй туристик зона үҫеше лә ҡаралған.
-Ҡайһы бер төҙөлөштәрҙе туҡтатып тороу кәрәклеге хаҡында әйтһәм дә, тарихи-мәҙәни комплексты төҙөп, сафҡа индереү элекке күләмдә бара. Иң мөһиме Шүлгән-таш тирәһендәге тәбиғи хозурлыҡты һәм мәмерйәнең үҙен һаҡлау ҡалыу. Ә объекттың социаль әһәмиәте иһә – өҫтәмә эш урындары, урындағы ҡаҙнаға һалым һәм бәләкәй бизнестың үҫеше,- тине республика башлығы Радий Хәбиров белгестәр менән аралашҡанда.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: