+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 18:07

Үргә еткәнбеҙ, түбәнәйеү ҡасан?

Башҡорт дәүләт медицина университетының һәм Өфө дәүләт нефть-техник университетының проект офисы эксперттары, республикабыҙҙа COVID-19 эпидемияһы үҫешен баһалап, шундай йомғаҡ яһай: 14 майҙан яңы өҫтәлеп торған ауырыуҙар һаны көн һайын яҡынса бер сама.

Башҡорт дәүләт медицина университетының һәм Өфө дәүләт нефть-техник университетының проект офисы эксперттары, республикабыҙҙа COVID-19 эпидемияһы үҫешен баһалап, шундай йомғаҡ яһай: 14 майҙан яңы өҫтәлеп торған ауырыуҙар һаны көн һайын яҡынса бер сама. Был иһә республиканың коронавирус сире үҫеше буйынса үргә етеп, әле шундағы тигеҙлектә (белгестәр әйтеүенсә, платола) тороуы хаҡында һөйләй. Был осор, улар билдәләүенсә, сағыштырмаса оҙаҡ ҡына буласаҡ. Сөнки Башҡортостан халыҡ һаны буйынса ла, майҙаны буйынса ла Рәсәйҙең күп төбәктәренән ҙурыраҡ.
Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 79-ға артҡан, уларҙың дөйөм һаны 2851-гә еткән. Әле дауаханаларҙа 846 ауырыу ята. Ауыр хәлдәгеләр күбәйгән: кисә улар 37 ине, бөгөн – 46. Яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алыусылар, кисәгесә, етәү.
Теүәл мең кеше амбулатор дауалана.
Йәмғеһе 902 кеше һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә дауахананан сығыусылар – 18.
Эпидемия башланғандан алып коронавирус 18 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө. Аҙаҡҡы тәүлектә вафат булыусылар юҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: