+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 19:26

Маҡар питомнигында

Башҡортостанда 105 питомникта урман үҫтереү өсөн ағас орлоҡтарын сәсеү дауам итә. Маҡар урман хужалығы питомнигы 22 гектарҙан ашыу ерҙе биләй. Унда төрлө ағас һәм ҡыуаҡ төрҙәре үҫтерелә. Шыршы, ҡарағай, йүкә, миләш, армыт, гөлйемеш, алма һәм башҡа ағас-ҡыуаҡтарҙың бер өлөшө урманды тергеҙеүгә китһә, ҡалғаны ауыл-ҡалаларҙы йәшелләндереүгә тотонола.

– Баҡса еләге, ҡарағат та үҫтерәбеҙ. Был культураларҙы халыҡ күп һорай. Шулай ҙа беҙ тәү сиратта – урмансылар, – ти “Маҡар урман хужалығы”ның директоры Сәлим Хафизов. – Йылытма төҙөнөк, был ассортиментты үҫтереүгә ярҙам итә. Әле орлоҡтарҙы асыҡ ергә лә, йылытмаға ла сәстек.
“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” проектын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостан Республикаһында урманды тергеҙеү майҙанын 15,2 мең гектарға тиклем арттырырға ниәтләнә.
Фото БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: