+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 13:09

Өфөлә Табиптар аллеяһы буласаҡ

Баш ҡалабыҙ үҙәгендә башҡорт сакураһынан Табиптар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк.

Баш ҡалабыҙ үҙәгендә башҡорт сакураһынан Табиптар аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Аллеяны булдырыу хаҡындағы уйҙары менән республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә уртаҡлашты.
Уның әйтеүенсә, аллеяны Мостай Кәрим урамында ултыртыуҙары мөмкин. “Өфөлә башҡорт сакураһынан Табиптар аллеяһы булдырырға планлаштырыуыбыҙҙы беләһегеҙме икән? Уны ниндәй урамда ултыртыу яҡшыраҡ? Миңә бының өсөн Мостай Кәрим урамын, “Арт-Квадрат” ҡаршыһындағы урынды тәҡдим итәләр, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?” – тип яҙа Радий Фәрит улы социаль селтәрендә.
“Башҡорт сакураһы” тип өфөләрҙең Матросов паркында ғәжәйеп матур итеп сәскә атыусы декоратив алмағастарҙы атауын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Табиптар аллеяһы ултыртыу хаҡында тәүге тапҡыр һүҙ волонтерҙар менән осрашыуҙа күтәрелгәйне. “Өфөлә коронавирусҡа ҡаршы алғы һыҙыҡта көрәшеүсе бөтә медиктарға арналған аллея булдырыу мөһим. Уларҙың фиҙакәрлеге кешеләр хәтерендә ҡалырға тейеш”, – тигәйне ул осрашыуҙа Радий Хәбиров, аҡ халатлыларҙың батырлығын мәңгеләштереү зарурлығын билдәләп.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: