0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 00:15

Ауыр хәлдәгеләр – 37

25 майға ҡарата, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙ дауаханаларында коронавирус менән сирләүсе 834 кеше ята.

25 майға ҡарата, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикабыҙ дауаханаларында коронавирус менән сирләүсе 834 кеше ята. Араларында ауыр хәлдәгеләр ҙә бар – ундайҙар 37. Уларҙың етәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында йәшәү өсөн көрәшә.
1036 ауырыу сирҙе еңел үткәрә һәм өйҙәрендә дауалана.
Тәүлек эсендә тағы ике кеше дауахананан сыҡҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 884.
Һуңғы тәүлектә коронавирустан вафат булыу осраҡтары юҡ.
Эпидемия башланғандан бирле республикала COVID-19 вирусын йәмғеһе 2772 кеше йоҡторған. Һуңғы тәүлектә йәнә 89 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Башҡортостанда коронавирус инфекцияһына, дөйөм алғанда, 203 922 тикшереү үткәрелгән, шуларҙың 5237-һе – аҙаҡҡы тәүлектә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: